Новости
28 Мая 2021, 17:39

Башгидромет синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Ял көндәре республикала төрлөсә була, тип фаразлай белгестәр. Шәмбе, 29 майҙа, республика биләмәһенә Урта Азиянан сираттағы йылылыҡ килә.

Башгидромет синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Ял көндәре республикала төрлөсә була, тип фаразлай белгестәр. Шәмбе, 29 майҙа, республика биләмәһенә Урта Азиянан сираттағы йылылыҡ килә. Һауа температураһы төндә 10-15, көндөҙ 27-32 градусҡаса күтәрелә. Яуым-төшөм ихтималлығы аҙ.
Йәкшәмбе, 30 майҙа, көндөҙ күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен, елдең көсәйеүе көтөлә, боҙ яуыуы мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ 23-28 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Киләһе аҙнаның башында республика биләмәһенә һалҡыныраҡ һауа массаһы килә, температура түбәнәйә. Йәйҙең тәүге көндәрендә төндә һәм иртән республиканың айырым райондарында ҡырау төшөүе ихтимал.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: автор
Читайте нас