Республиканың етештереү тармаҡтарында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, уға ҡушылып киткән предприятиелар һаны ла арта бара, сөнки был йүнәлештең табышлы икәненә етештереү өлкәһендәге иҡтисадсылар ҙа торған һайын нығыраҡ инана.
Өфөләге “АРТ-Оснастка” заводында, мәҫәлән, ошо милли проектҡа ярашлы тормошҡа ашырылған һаҡсыл етештереү ысулдарын ҡулланыу һөҙөмтәһендә яраҡһыҙлыҡ (брак) кимәле ике тапҡырға кәмегән. Был турала күптән түгел республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов белдерҙе.
– Һаҡсыл етештереү сараларын ҡулланыу ошо предприятиела башҡалар өсөн өлгөлө ағым булдырырға һәм түбәндәге күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте: ошо процесс 20 сәғәткә ҡыҫҡарҙы, хеҙмәт етештереүсәнлеге 50 процентҡа күтәрелде, – тине Айрат Фәхретдинов.
“АРТ-Оснастка” заводы нефть һәм газ тармағы өсөн ҡорамалдар проектлау һәм етештереү менән шөғөлләнә. Милли проект сараларын һынап ҡарау өсөн предприятиеның төп етештереү майҙансығын – колонналы гидравлик быраулау паркеры етештереү урыны һайланған. Был ҡоролма скважиналарҙы нығытҡанда бер-береһенә яҡын урынлашҡан ҡатламдарҙы сифатлы итеп йырыу өсөн тәғәйенләнгән. Операциялар логистикаһының йоғонтоло булмауы һәм заказсыларҙың сифатһыҙ продукция өсөн штрафтары арҡаһында был продукция предприятиены финанс юғалтыуҙарына дусар итә.
– Диагностика башҡарғанда, беҙ эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән деталдәрҙе ташыуҙың оҙайлы һәм уңайһыҙ булыуын, эш урындарының бер-береһенән йыраҡ урынлашыуын, уларҙың үҙ-ара балансланмаған икәнлеген күрҙек, – ти Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге етәксеһе Руслан Нуретдинов. – Бынан һуң эксперттар ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн яңы планлаштырыу эшләне, эш урындарының үҙ-ара бәйләнешен булдырҙы, шуның иҫәбенә артыҡ күсеп йөрөүҙәр бөтөрөлдө.
Үҙгәрештәрҙе индереү, эшселәрҙе предприятиены яҡшыртыуҙа ҡыҙыҡһындырыу өсөн дәртләндереү саралары ла билдәләнгән: тәҡдимдәр биргән өсөн ҡағыҙ чектар яҙып бирелә, ә квартал аҙағында улар аҡсалата премияларға йәки приздарға алмаштырыла. Сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән резервтар эҙләп табыуҙағы иң яҡшы күрһәткестәр өсөн йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл призы” конкурсы иғлан ителгән.
“Башкирская” ҡошсолоҡ фабрикаһы” акционерҙар йәмғиәтен сираттағы миҫал итеп килтерергә булыр ине. Ул йомортҡа етештереү буйынса төбәктәге иң ҙур предприятие булып тора, йылына бер миллиард дана тирәһе йомортҡа етештерә, был иһә республиканың йомортҡаға ихтыяжының 75 процентын ҡаплай.
Фабрикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты нигеҙендә һаҡсыл технологиялар индереү һөҙөмтәһендә бер йылда 1,3 миллион һумлыҡ отош алыуға өлгәшкәндәр.
– Милли проект тәҡдим иткән ысулдарҙы индереү һөҙөмтәһендә тауыҡ ите етештереү ағымында предприятие хеҙмәт етештереүсәнлеген бер эшсегә ҡарата 15 процентҡа арттырыуға өлгәште, – ти Айрат Фәхретдинов. – Бынан тыш, ағымдағы процесс ваҡыты 45 процентҡа кәмене.
Һынау өсөн һайлап алынған майҙансыҡта автоматлаштырылмаған эш урындарының күпселекте тәшкил итеүе асыҡланған, уларҙа бер кешегә ҡарата хеҙмәт етештереүсәнлеге предприятие буйынса уртаса алғандан 4,7 тапҡырға кәмерәк икән. Был осраҡта эшселәр үҙҙәре үк етештереүҙе тотҡарлаған урындарҙы йәки процестарҙы күрһәтеп биргән. Продукция экспорт өсөн тәғәйенләнгәс һәм һынау өсөн алынған процесс тауар йомортҡаһы етештереүҙә төп әһәмиәткә эйә булғанлыҡтан, һаҡсыл технологияларҙы индереү өсөн тап ошо ағымды өйрәнгәндәр.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты (быйылдан алып “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы Май указдары тарафынан раҫланғайны, ул 2024 йылға тиклем илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа үҫтерә барыуҙы күҙ уңында тота. Әлеге көнгә был милли проектты тормошҡа ашырыу эшенә республиканың 106 предприятиеһы йәлеп ителгән.