Новости
24 Май 2021, 07:13

Республикала “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы бара

Конкурстың төп маҡсаты – иң уңышлы идара итеү тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу. Был турала Башҡортостан Республикаһы сайтында хәбәр ителә.

Конкурстың төп маҡсаты – иң уңышлы идара итеү тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу. Был турала Башҡортостан Республикаһы сайтында хәбәр ителә.
Муниципалитеттар премияларҙы ҡалы төҙөү һәм иҡтисади сәйәсәттәге уңыштары, халыҡ менән кире бәйләнештең һөҙөмтәлелеге, милләт-ара тыныслыҡты һәм берҙәмлекте нығытыу, һанлы технологияларҙы һәм платформа ҡарарҙарын индереү ярҙамында ҡала хужалығын модернизациялау өсөн аласаҡ. Төбәк этап һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы практиктар федераль кимәлгә тәҡдим ителәсәк.
Быйыл конкурс ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Лауреаттар һаны артты – һәр номинацияла улар элекке кеүек өсәү түгел, ә бишәү буласаҡ. Барлығы 50 еңеүсе билдәләнәсәк. Бынан тыш, конкурста тәүге тапҡыр муниципаль округтар ҙа ҡатнашасаҡ.
Бүләкләүҙең дөйөм фонды 1 миллиард һум тәшкил итә. Ҡала һәм муниципаль округтар, ҡала биләмәләре иң яҡшы тәжрибә өсөн 10 миллиондан 50 миллион һумға тиклем, ауыл биләмәләре 3 миллиондан 20 миллин һумға тиклем аҡсалата дәртләндереүгә эйә буласаҡ. Еңеүселәргә шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте дипломдары тапшырыласаҡ.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы муниципаль практика йыйынтығы баҫтырыласаҡ. Уларҙы артабан башҡалар ҙа файҙалана аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы 2017 йылдан алып Рәсәй Хөкүмәте һәм муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конгрессы, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидаралыҡ советы менән берлектә уҙғарыла. Унда республикабыҙ ҡалалары әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2019 йылда конкурстың республика этабында “Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү” номинацияһында еңеүселәр араһында Ишембай ҡалаһы ла (“Ҡала-Инфо” системаһы өсөн) булды.
Читайте нас