Рөстәм Шаһыбалов халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: “Ирәндек моңдары-99” конкурсында, башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо-2002” фестивалендә – III дәрәжә диплом лауреаты, VI төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары-2002” конкурсында Гран-приға лайыҡ булған. Бынан тыш, ул Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй-2002” башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты, 2003 йылда Волгоградта III Бөтә Рәсәй йәштәр “Дельфий уйындары” ярышында I дәрәжә лауреат тип танылған, 2004 йылда Кишиневта БДБ илдәренең йәштәр “Дельфий уйындары”нда бронза миҙал яулаған.
Рөстәм хеҙмәт юлын Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Каруанһарай” төркөмөндә башлаған.
Бөгөн Рөстәм Шаһыбалов – халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында лауреат булған, киң билдәлелек яулаған йырсы. Ейәнсура ҡыҙы Нурсилә менән Илдан исемле бер ул үҫтерә.