Новости
19 Май 2021, 18:05

Венгрия беҙҙә бизнесын киңәйтмәксе

Венгрияның “Мадьяр Агро” корпорацияһы Башҡортостан биләмәһендә бизнесының майҙанын арттырырға ниәтләй. Республиканың Үҫеш корпорацияһы башлығы Наил Ғәббәсов менән “Мадьяр Агро” компанияһының иҡтисад буйынса директоры Олег Брата эшлекле осрашыуҙа ошо мәсьәлә тураһында фекер алышты.

Венгрияның “Мадьяр Агро” корпорацияһы Башҡортостан биләмәһендә бизнесының майҙанын арттырырға ниәтләй. Республиканың Үҫеш корпорацияһы башлығы Наил Ғәббәсов менән “Мадьяр Агро” компанияһының иҡтисад буйынса директоры Олег Брата эшлекле осрашыуҙа ошо мәсьәлә тураһында фекер алышты.
Былтыр сит ил компанияһының Архангел һәм Благовещен райондарында һөтсөлөк комплексы асыу буйынса башланғысы төбәк Хөкүмәтендәге “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә хупланғайны. Хәҙер иһә “Мадьяр Агро” Үҫеш корпорацияһына өс мең баш малға иҫәпләнгән биш комплекс асыу проектын хуплауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Бынан тыш, инвестор һөт эшкәртеү производствоһы ойошторорға әҙер. Проекттарҙың суммаһы 500 миллион һум самаһы тәшкил итә.
“Башҡортостан Венгрия инвесторҙары өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, иң элек һалым шарттары һәм республика власының һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүе ылыҡтыра. Бынан тыш, венгрҙар генетика буйынса башҡорттар менән оҡшаш, телдәребеҙ генә айырыла”, – тине Олег Берта.
“Беҙҙең Корпорацияның профессиональ командаһы башланғысты хуплап, уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙер. Бөгөн Олег Бертаға “Өфө” индустриаль паркындағы һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһындағы инвестиция майҙансыҡтарын күрһәттек. Сит ил компанияларына производстволарын махсус иҡтисади зонала урынлаштырыу отошло, сөнки унда ирекле таможня зонаһы булдырылған. Был иһә ҡорамалдарҙы һәм сеймалды таможня аша пошлинаһыҙ индереү мөмкинлеген бирә”, – тине республиканың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Уның әйтеүенсә, Венгриянан ике компания - “Оптимум солар рус” һәм “П Соарис” Башҡортостандағы махсус иҡтисади зона резиденты статусын алыуға дәғүә итә.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51552
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Лилия Давлетбакова
Читайте нас