Новости
18 Мая 2021, 15:43

Башҡортостанда күп балалы ғаиләнең йортона йылан ингән

Башҡортостандың Салауат районында 15 майҙа шәхси йортҡа йылан үтеп ингән. «Йүрүҙән» гәзите хәбәр итеүенсә, саҡырылмаған ҡунаҡҡа аш-һыу бүлмәһендә тап булғандар. Ата-әсәгә һәм уларҙың өс балаһына хәүеф янаған.

Ғаилә башлығы метр ярымлыҡ йыланды һаҡ ҡына тотоп, урманға ебәргән.
Был туҙбаш йылан булғандыр, күрәһең.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас