Новости
18 Май 2021, 08:41

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты тәүге тапҡыр тотош ил кимәленә сыға

Өфөлә башлап уҙғарылған «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» хәйриә проекты тәүге тапҡыр тотош ил кимәленә сыға. Ҡала ике көнгә Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар баш ҡалаһына әүерелә. Йөкмәткеле сара 20 майҙа «Торатау» конгресс-холында башлана.

«Лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәр, воркшоптар, медицина консультациялары һәм экпресс-тестар. Сараның ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская, Арпине Саркисян, Регина Доктор, Александр Семин – үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыр һәм һәр кемде ыңғай үҙгәрештәргә, яңырыуға илһамландырыр», — тип хәбәр итә ойоштороусылар.
20 майҙа — ҡатнашыусылар өсөн эшлекле программа, ә икенсе көнгә һаулыҡ һәм шәхес үҫешенә маҡсатланған лекциялар үтә. Программа менән бында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, асыҡ академия саралары Президент гранттары фонды һәм Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Тулыраҡ бында танышырға була.
Читайте нас