Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республикала ер аҫтын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм биләмәлә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса
ведомство-ара комиссия булдырыу буйынса ҡабул ителгән ҡарар тураһында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбелә Баймаҡта республика етәксеһе файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, район халҡы теге йәки был участканы эшкәртеү хаҡында унда техника ингәс һәм көтмәгәндә эшкәртеү эше башланғас ҡына белеп ҡала.