Рәсәйҙә әсәлек капиталын ҡулланыуҙы киңәйтеүҙәре ихтимал. Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Татьяна Голикова бала тыуғас та әсәлек капиталын үҙаллы йорт һалыу һәм йортто төҙөкләндереү, шулай уҡ лицензияһы булған шәхси эшҡыуарҙарҙа белем биреү хеҙмәттәре өсөн файҙаланыу мөмкинлеген тәҡдим итте. Был турала «Известия» гәзите
яҙып сыҡты.