Новости
12 Май 2021, 10:15

Республикала яҙғы культуралар өсөн планлаштырылған майҙандарҙың 55% сәселде

Республикала сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте: 12 майға планлаштырылған майҙандарҙың яртыһынан күберәгенә сәселгән. «Һауа торошо һәйбәт булғас, баҫыу эштәренең темпы һуңғы көндләрҙә ярайһы уҡ юғары.

Республикала сәсеү кампанияһы «экватор»ҙы үтте: 12 майға планлаштырылған майҙандарҙың яртыһынан күберәгенә сәселгән. «Һауа торошо һәйбәт булғас, баҫыу эштәренең темпы һуңғы көндләрҙә ярайһы уҡ юғары. Аграрийҙар тәүлегенә 100 мең гектарҙан ашыу сәсеп өлгөрә», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Уҙған тәүлектә аграрийҙар 115,7 мең гектар сәскән. Дөйөм алғанда, 12 майға 1,107 миллиог гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарылған, был пландан 55%. Шул иҫәптән бөртөклөләр һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлылар – 779 мең гектар, май бирә торған үҫемлектәр – 211,3 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө – 30,2 мең гектар.
Яҙғы культураларҙы сәсеү буйынса Илеш (59,3 мең гектар), Мәләүез(44,8мең гектар), Саҡмағош (42,3 мең гектар), Ауырғазы (42 мең гектар), Әлшәй (41мең гектар) райондары алда бара.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас