Новости
3 Мая 2021, 11:40

Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе - күренекле яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов вафат.

Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе - кисә кискеһен ҡапыл ғына күренекле яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов вафат булды.
Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендә донъяға килә. 1962-1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Унан һуң М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының аспиранты, докторанты була.
1971-1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының “Шоңҡар” әҙәби берекмәһен етәкләне, 1992 йылдан 2013 йылға тиклем журналистика кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарҙы.
Талантлы педагог Тимерғәле Әбделғәлим улы студенттарҙың яратҡан остазы булды. Ябай, ихлас, киң күңелле, тәрән белемле, юғары эрудициялы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас уҡытыусының юғары ораторлыҡ һәләте менән алып барылған дәрестәре студенттарының күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йондоҙ төҫө”, “Күк тояҡҡай”, “Ҡашлаҡтағы кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй”, “Йәнкиҫәк” исемле хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, һуңғы йылдарҙа уларға өҫтәлгән “Һайланма әҫәрҙәренең” өс томына тупланған әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына инде.
Башҡорт яҙыусыларының ижади портреттарын тыуҙырған күп һанлы хеҙмәттәре, “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев”, “Мостай Кәрим драматургияһы”, “Башҡорт драматургияһының поэтикаһы”, “Башҡорт трагедияһының поэтикаһы” монографиялары, “Драматургия һәм драматургтар”, “Халыҡсанлыҡ көсө”, “Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре” әҙәби-тәнҡит мәҡәләләр йыйынтыҡтары, башҡорт әҙәбиәте, журналистикаһы тарихын өйрәнеүгә арналған фундаменталь хеҙмәттәре - башҡорт әҙәбиәте ғилеме өсөн бай һәм ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хөрмәтле аҡһаҡалдың яҡты иҫтәлеге күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Мәрхүмде Ҡырмыҫҡалы районында - тыуған ауылы Ибраһимда ерләйәсәктәр.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас