Быйыл Башҡортостан аграрийҙарына 2 миллион 14 мең гектар ерҙә яҙғы культуралар сәсергә кәрәк. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бөгөн оператив кәңәшмәлә быйыл бөртөклө культураларҙың төрлө ваҡытта (иртә, урта һәм һуң) сәсеүҙәре тураһында һөйләне.
Бөгөнгә яҙғы сәсеүҙә 23 район ҡатнаша. 12,6 мең гектарҙа сәселгән, шул иҫәптән бөртөклөләр – 10,5 мең гектар. Быйылғы уңыш өсөн 418,4 мең гектарҙа ужым ашлығы сәселгән (2020 йылға +59,5 мең гектар), шуның 187 мең гектары – ужым арышы, 221 мең гектары – ужым бойҙайы. Тикшереү йомғаҡтары буйынса сәсеүлектәрҙең 93% йәки 390 мең гектары һәйбәт һәм ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, 7% йәки 29 мең гектары – бик яҡшынан түгел.