Новости
23 Апрель 2021, 08:14

Нефтселәргә айыу ташланған

Хәл Ҡариҙел районында булған. Ҡушкүл ятҡылығында булғандан һуң трапспорт компанияһы эшселәре - водитель һәм оператор кесе йомош менән машиналарын юл ситендә туҡтата. Шул ваҡыт береһе урман эсенән айыу сығып килеүен абайлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсеһе урман хужаһына яҡын ғына торған булып сыға. Айыу уны эләктереп ала ла инде. Монтировка менән ҡоралланып, айыуға ҡаршы килгәнсе йәнлек ирҙең башын, аяҡтарын йөрәхәтләп өлгөрә. Шулай ҙа уны өркөтөп ебәрә алалар. Ҡазаланған ирҙе Благовещенск ҡалаһына оҙатҡандар, "Тиҙ ярҙам" уларға ҡаршы сыҡҡан. Йәрәхәттәре урта ауырлыҡта тип баһалана.
Һаҡ булайыҡ, яңғыҙығыҙ урман ҡыҙырып йөрөмәгеҙ!
Фото: Башинформ
Читайте нас