Новости
21 Апрель 2021, 03:47

Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа!

1 апрелдән бөтә республика буйынса балаларҙы беренсе класҡа яҙыу сараһы бара. Эпидемиологик хәл-торош арҡаһында быйыл ул бер аҙ һуңлап башланды, шулай уҡ шарттар ҙа башҡасараҡ – документтар тапшырыу һәм ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарыу ваҡыты үҙгәрҙе, ташламаға эйә булғандарҙың исемлеге киңәйҙе. Буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләренә нимәләр хаҡында белергә кәрәк?

1 апрелдән бөтә республика буйынса балаларҙы беренсе класҡа яҙыу сараһы бара. Эпидемиологик хәл-торош арҡаһында быйыл ул бер аҙ һуңлап башланды, шулай уҡ шарттар ҙа башҡасараҡ – документтар тапшырыу һәм ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарыу ваҡыты үҙгәрҙе, ташламаға эйә булғандарҙың исемлеге киңәйҙе. Буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләренә нимәләр хаҡында белергә кәрәк?


Ата-әсәләр өсөн мәғлүмәт

Алты йәш ярымдан һигеҙ йәшкәсә балаларҙы (әгәр медицина йәһәтенән сикләүҙәр булмаһа) беренсе класҡа яҙҙырырға һәм документтар тапшы­рырға мөмкин. Баланы уҡырға билдә­ләнгән ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ та, һуңыраҡ та бирергә ярай, әммә был осраҡта урындағы мәғариф идара­лығынан рөхсәт алырға кәрәк буласаҡ.

Дәүләт һеҙ йәшәгән йорт беркетелгән мәктәптән балағыҙға урын гарантиялай. Әгәр берәй сәбәп менән ул оҡшамаһа, үҙегеҙ теләгән башҡа белем усағын һайлай алаһығыҙ, әммә унда һеҙҙе урындар ҡалһа ғына ҡабул итәсәктәр. Был мәктәп директорынан ғына тормай – әлеге талап Мәғариф тураһында федераль закон тарафынан нығытылған.

Йорттарҙы белем усаҡтарына район йәки ҡала хакимиәте беркетә. Үҙеңдең мәктәбеңдең һанын урындағы муни­ципалитеттың мәғариф идаралығында йәки Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау порталының “Биләмәләрҙе беркетеү ҡарарҙары” бүлеге аша белергә мөм­кин. Сайттың адресы – complect.edu-rb.ru

Әгәр был белем усағында беренсе класҡа барыусының ағаһы йәки апаһы уҡыһа, ул өҫтөнлөк менән файҙа­ланасаҡ. Прокуратура, суд, Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балаларына интернаты булған уҡыу учреждениеларына йүнәлтмә сиратһыҙ бирелә. Хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән полицияла эшләмәгәндәрҙең дә балалары интернаты булмаған белем усаҡтарына ғариза яҙғанда ошондай уҡ ташламанан файҙалана.

Исемлек нисек төҙөлә?

Беренсе класс уҡыусыларының исемлеге түбәндәгесә төҙөлә: иң тәүҙә – өҫтөнлөклө хоҡуҡтары булған балалар (әлеге мәктәптә апаһы йәки ағаһы уҡығандар), артабан – льготаға эйә булыусылар һәм теркәлеү урыны буйынса килеүселәр.

Ғаризаны 1 апрелдән 30 июнгә тиклем биреү зарур. Ҡабаланырға кәрәкме? Ниндәйҙер кимәлдә – эйе. Шулай ҙа булыуы бар: мәктәптә урындар сикләнгән булыуы сәбәпле, унда бөтә теләгәндәрҙең дә бара алмауы ихтимал. Был осраҡта ата-әсәләр урындағы мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда бала өсөн иң яҡын мәктәптән яңынан урын тәҡдим итәсәктәр.

Мәктәпкә беркетелгән барлыҡ буласаҡ беренсе класс уҡыусылары 30 июнгә тиклем ғариза биреп бөтөп, буш урындар ҡалһа, беркетелмәгән балаларҙы ҡабул итеү иртәрәк башлана. Шуға күрә мәктәптең рәсми сайтында яңылыҡтар менән танышып барығыҙ. Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» йәки Башҡортостан мәктәптәрен электрон комплектлау порталы аша бирергә мөмкин. Шунда уҡ ҡайһы мәктәптә нисә урын ҡалыуын ҡарап була.

Нисек кенә булмаһын, һеҙгә мәктәпкә шәхсән барып, документтарҙың төп нөсхәһен һәм ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ. Бланкты мәктәптә бирәсәктәр. Әлегә ғариза биреү тулыһынса автоматлаштырылмаған, был эш киләсәктә башҡарылыр, тип күҙаллана. Кәрәкле документтар исемлеге менән дә рәсми сайттар аша алдан танышыу зыян итмәҫ.

Әгәр бөтә документтар ҙа теүәл булһа, ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс эш көнө барышында мәктәп директоры беренсе класҡа киләсәк балаларҙың исемлеге күрһәтелгән бойороҡҡа ҡул ҡуя. Теркәү урынынан ситтәге мәктәпкә ғариза биреүселәргә бойороҡ мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә әҙерләнә. Мәҫәлән, һеҙ теркәү урыны буйынса мөрәжәғәт итһәгеҙ йәки льготаға эйә булһағыҙ, мәктәп өс көн дауамында, йәғни 3–5 июлдән дә һуңға ҡалмайынса бойороҡ сығарасаҡ. Әгәр инде теркәү урынынан тыш мөрәжәғәт итһәгеҙ, 6 июлдән 5 сентябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Был осраҡта, өҫтәрәк әйтеп үтеүебеҙсә, бойороҡ ғариза ҡабул ителгән көндән һуң өс көн дауамында сығарыла.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Читайте нас