Торатау
+24 °С
Ямғыр
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
13 Апрель 2021, 07:15
Башҡортостанда Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана
Башҡортостанда бөгөн Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һауанан тикшергән саҡта Бриштамаҡ ауылына тиклем йылғаның боҙҙан әрселмәүен асыҡлаған.
Башҡортостанда бөгөн Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һауанан тикшергән саҡта Бриштамаҡ ауылына тиклем йылғаның боҙҙан әрселмәүен асыҡлаған. Боҙ тығыны арҡаһында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Асы ауылы һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡты һәм малдарҙы эвакуациялаған.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был эшкә ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙары, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һауа мендәрендәге судноһы, Алкин хәрби часынан шартлатыусылар командаһы йәлеп ителгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
https://www.bashinform.ru/bash/1581519/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"