Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән Стәрлетамаҡта химия буйынса ҙур Сода олимпиадаһы үтәсәк. Химия фәненән һәләтле йәштәрҙе асыҡлау маҡсатын ҡуйған сараны ойоштороусыларҙың береһе – “Башҡортостан сода компанияһы”. Олимпиадаға Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы, Ишембай муниципаль районының 9-11-се класс уҡыусылары йәлеп ителде.
Еңеүселәргә бүләктәр шәп - тәүге урындарҙы алыусыларға заманса техник характеристикалы ноутбук-трансформерҙар тапшырыласаҡ. Шулай уҡ финалсыларҙы әҙерләгән педагогтар хеҙмәте лә баһаланып үтәсәк. «БСК» йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директоры Сергей Лобастов әйтеүенсә, компания химия фәне менән мауыҡҡан йәш, өмөтлө кадрҙар менән ҡыҙыҡһына.
- Беҙҙең маҡсат – уҡыусыларға был фән ҡыҙыҡлы булһын өсөн дәртләндереү, улар был өлкәлә һөнәр һайлап, артабан беҙҙең компанияға эшкә килһен ине, - ти Сергей Лобастов.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика өсөн бындай мәғариф проекттарҙың юғары әһәмиәтен билдәләп үтте:
- Мин Сода олимпиадаһының киләсәге ҙур тип уйлайым. Бөгөн 3 муниципалитет ҡатнашһа, «БСК» йәмғиәте етәкселеге киләсәктә был ярышта һәр бер бала үҙен күрһәтә алһын өсөн олимпиаданы дөйөм республика кимәлендә ойошторорға уйлай.
Олимпиада быйыл 16-17 апрелдә ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында үтәсәк. Еңеүселәр 29 майҙа Химик көнөндә Стәрлетамаҡта тәбрикләнәсәк.