Башҡортостандың йыйылма командаһы каратэның барлыҡ стилдәре буйынса Рәсәй беренселегенән 13 миҙал менән ҡайтты. Республикабыҙҙы спортсылары дүрт алтын, биш көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.
Ярыштар Орел ҡалаһында үткәрелде. Унда илдең 55 төбәгенән ике меңдән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.
Пандемия сәбәпле, ярыштарҙың үткәрелмәй тороуынан һуң спортсыларыбыҙҙың 13 миҙал яулауы рекордлы күрһәткескә тиң. Ә илдең беренселеге быйыл сентябрҙә һәм октябрҙә көтөлгән каратэның барлыҡ стилдәре буйынса донъя беренселегенә, Уҡыусылар спартакиадаһына һайлау этабы булып тора.
Һөҙөмтәләр иһә һоҡланырлыҡ. Мәҫәлән, 14-15 йәшлектәр араһында команда кумитэһы буйынса беренсе урынды – Матвей Котков, Таһир Хәйретдинов, Рөстәм Ермаков яуланы. Ә 72 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендәге 16-17 йәшлектәр араһында Виктория Храмова - тәүге баҫҡыста.
Белеүебеҙсә, спорт сәләмәтлектең нығыныуына булышлыҡ итә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.