

Былтыр уҙырға тейешле Бөтә донъя фольклориада, пандемия сәбәбле, быйылға күсерелгәйне. Беҙҙең республикала үтәсәк ҙур мәҙәни сара хәҙер 3 июлдән 10 июлгә билдәләнгән. Тәүге саралар баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙһа, ҡалған көндәрҙә ҡунаҡтарҙы 35 район ҡабул итәсәк. Һәр төбәктә махсус программалар эшләйәсәк.
Был көндәрҙә күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, милли кейемдәр парады һәм ҙур концерт ойоштороласаҡ. Бөгөндән VI Бөтә Донъя фольклориадаһы дирекцияһы яңы форматта эш башлап, мәҙәниәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра барасаҡ.
Әйткәндәй, фольклориадаға тиклем ҡалған 100 көнгә арнап бөгөн махсус тәңкә һуғылды. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Дим буйы башҡорттарына хас милли биҙәүесендә урын алды.