Новости
17 Марта 2021, 12:24

Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә

Оперштабтың 17 мартҡа мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә республикала 118 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Башҡортостанда йәмғеһе 30 797 кешелә инфекция асыҡланған.

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә.
Оперштабтың 17 мартҡа мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә республикала 118 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған. Башҡортостанда йәмғеһе 30 797 кешелә инфекция асыҡланған.
Хәҙерге көндә 290 кеше стационарҙа дауалана, 33 пациент ауыр хәлдә, ете сирле үпкәне яһалма еллләтеү аппаратына тоташтырылған.
Коронавирус диагнозы раҫланған 5 037 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Бөтәһе 317 сирленеңғүмере өҙөлгән.
Тәүлек эсендә 126 кешелә дауахананан тыш пневмония асыҡланған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: автор
Читайте нас