Шундай алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 50 проценты – үҙебеҙҙән, 20 проценты – медицинанан, 30 проценты генетиканан һәм башҡа сәбәптәрҙән тора. Шуға күрә сәләмәт һәм оҙон ғүмер кисереүҙең мөһим өлөшө – үҙ ҡулыбыҙҙа. Ә бының өсөн һаулығыбыҙға иғтибарлы булыу, табиптарға даими күренеп тороу, сирҙәрҙе ваҡытында иҫкәртеү зарур.
Әлеге ваҡытта 2020 йылдың мартында коронавирус эпидемияһы башланыу сәбәпле туҡтатылған диспансерлаштырыу киренән тергеҙелде. Йыл аҙағына тиклем миллионға яҡын кешегә медицина тикшереүе үткәреү планлаштырыла.
Быйыл 2003, 2000, 1997, 1994, 1991, 1988, 1985, 1982 йылда тыуғандар һәм 40 йәштән өлкән барлыҡ граждандар диспансерлаштырыу үтә.
Коронавирусҡа бәйле быйыл был сара алдан яҙылыу буйынса ойошторола, шуға күрә кешеләр сәғәттәр буйы сиратта, күмәгеһе бер коридорҙа баҫып тормаясаҡ. Бының өсөн үҙеңдең поликлиникаңдың регистратураһында, 13-01 телефоны буйынса, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин. Быйылғы йылдың тағы бер яңылығы – санитар талаптарҙы үтәү. Пациенттар өсөн битлек кейеү һәм метр ярымға тиң социаль араны һаҡлау мотлаҡ.
Билдәләнгән көндә һеҙ үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға барып, медицина иҫкәртеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итәһегеҙ ҙә маршрут ҡағыҙы алып, барлыҡ табиптарға күренәһегеҙ. Иң аҙаҡтан терапевт ҡарай һәм кәрәк тип тапһа, икенсе этапҡа йүнәлтмә бирә. Был осраҡта инде проблемалы ағзаларҙы ныҡлабыраҡ тикшерәсәктәр.
Халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү, төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау, уларҙы иҫкәртеү буйынса саралар күреү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ҡуйған төп бурыстар иҫәбендә.