Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” проекты республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған меценаттарҙың тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Уның өсөн республиканың дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы махсус сайт асты. Программала ҡатнашыу өсөн
ataisal.ru һылтанмаһы буйынса теркәлеп, халыҡҡа ҡыҙыҡлы проект тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә кәрәк. Бер аҙ ваҡыттан “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһы вәкилдәре һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, мәғлүмәтте йәнә бер тапҡыр асыҡлар һәм шунан уны сайтта урынлаштырырҙар.