Башҡортостан Республикаһының Оло-Теләк ауылындағы билдәле фермер Сәғитйән Иҙиәтуллин барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март менән үҙенсәлекле итеп ҡотлаған. Ул меңләгән баш йылҡыһы менән "8 Март" тигән яҙыу тәҡдим итте. Бының өсөн ул йылҡыларҙы бергә туплар өсөн, тәүҙә ҡарҙарҙы йырып бесән һалып сыҡҡан икән.