Новости
2 Марта 2021, 08:00

“Атайсал” проекты эшләй башланы

1 марттан Башҡортостанда “Атайсал” проекты старт алды. Уға ярашлы, республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыла.

1 марттан Башҡортостанда “Атайсал” проекты старт алды. Уға ярашлы, республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырыла.
– Беҙҙә бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙан уңышлы кешеләр бик күп. Әгәр уларҙың һәр береһе өҫтәмә рәүештә тыуған еренә ярҙам күрһәтһә, был урындарҙа тормошто күпкә яҡшыртасаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Күп эшҡыуарҙарҙың, бай кешеләрҙең былай ҙа ярҙам итеүен беләм, тик беҙ был эште системалаштырырға теләйбеҙ. “Атайсал” проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота. Был бер нисек тә дәүләт хәл итә торған проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Был - күңел саҡырыуы буйынса тыуған ауылдарына, ҡалаларына, мәктәптәренә, балалар баҡсаһына, спорт секцияларына ярҙам итергә теләгән кешеләр өсөн уңайлыраҡ шарттар булдырырға тырышыу ғына.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында проекттың рәсми сайтын булдырған. Уны ошо адрес буйынса табырға була: https://ataisal.ru/ Һәр теләгән кеше унда инеп, кәрәкле ауылды табып, күрһәтергә теләгән ярҙамын йәки берәй проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала. Был, мәҫәлән, футбол йәки балалар майҙансығын төҙөү, йәмәғәт биләмәһен, шишмәне, зыяратты төҙөкләндереү һәм башҡалар булыуы ихтимал. Йәнә финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа инициаторҙарына ҡушылырға мөмкин.
Көҙгә “Атайсал” проектының “төҙөлөш” өлөшөн тормошҡа ашырыу йомғаҡтары барышында “Яҡташлыҡ көсө” тип аталған ҙур форум үткәрергә тәҡдим ителде. Унда ҡатнашыу өсөн әүҙем меценаттар саҡырыласаҡ. Радий Хәбиров был форумды уңыш йыйып алғандан һуң, октябрь аҙағында, үткәрергә кәрәк, тине.
Читайте нас