Торатау
+16 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
17 Февраля 2021, 11:14
Бер аҙнала Башҡортостанда 27 меңдән ашыу кеше ОРВИ йоҡторған
Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара. Уҙған аҙнала 8 февралдән 14-енә тиклем 27 052 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән.
Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүселәр арта бара. Уҙған аҙнала 8 февралдән 14-енә тиклем 27 052 кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырып киткән. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш – 10,5%, тип хәбәр итте Роспотребнадзор. Өфөлә 8 328 кеше сир йоҡторған.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемиологик сиктән 18,9% юғары. Башлыса өлкәндәр ауырый. Сирлеләрҙең яҡынса 55% балалар тәшкил итә.
Лаборатория тикшереүҙәре мәғлүмәттәре буйынса, грипп вирусын йөрөтөү асыҡланған. Шулай уҡ парагрипп, аденовирустар, риновирустар һәм метапновирустар билдәләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: автор
https://www.bashinform.ru/bash/1560003/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"