Торатау
+16 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
15 Февраля 2021, 10:40
Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр 26,5 меңдән артҡан
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 155 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 155 яңы осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Пандемия башланғандан алып республикала йәмғеһе 26 687 сирле теркәлгән.
Әле 234 сирле стационарҙа ята, уларҙың 39-ы – ауыр хәлдә. Ә 5 468 кеше өйҙә дауалана.
Республика дауаханаларында инфекция йүнәлешендәге койкалар һаны кәметелә. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 6 500-ҙән 2 897-гә ҡалды, тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы. Әле уларҙың 77,5% буш түгел.
Шулай уҡ дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәрҙең артыуы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары аҙая бара.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
https://www.bashinform.ru/bash/1558826/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"