Новости
11 Февраля 2021, 16:58

Башҡортостанда 217 кеше коронавирус ҡорбаны булған

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы өс кеше коронавирустан үлгән. Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 217 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда тағы өс кеше коронавирустан үлгән. Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 217 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 26 054 коронавирус осрағы раҫланған, шуларҙың 160-ы – һуңғы тәүлектә.
«Әлеге ваҡытта 326 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың 39-ы — ауыр хәлдә. Ә 5 633 сирле — өйҙә», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Тәүлек эсендә 207 дауахананан тыш пневмония осрағы раҫланған. Шул уҡ ваҡытта 119 кеше пневмониянан һауыҡҡан.
Галина Бахшиева
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас