Торатау
+16 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
10 Февраля 2021, 13:50
Республика юлдарында һынау режимында өс ауырлыҡты үлсәү контроле пункты эшләй башлай
Башҡортостанда өс ауырлыҡты үлсәү контроле пункты файҙаланыуға тапшырыла, улар 2021 йылдың 24 февраленән 24 майына тиклем һынау режимында эшләй, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

Автоүлсәүҙәр Благовещен районында Подымалово — Николаевка участкаһында; Дүртөйлө районында Дүртөйлө — Нефтекама автомобиль юлында һәм Мәсетле районында Кропачево — Мәсәғүт — Әчит трассаһында ҡуйыла.
Өс ай дауамында үлсәү мәғлүмәтте контроль-күҙәтеү органына тапшырмай, ә үлсәүҙең һөҙөмтәләре Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең рәсми сайтында баҫыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: автор
https://www.bashinform.ru/bash/1556962/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"