Артем Мазов малайҙарын нимә эшләткән? Ошо һорау улар юғалған тәүге көндәрҙән алып күптәрҙе борсой.
Кемдер ир улдарын да, үҙен дә үлтергән тип уйлай. Икенселәр атай кеше балалары менән ошоға тиклем йәшенеп ята тип фаразлай. Уларҙың ғәйеп булыуына бишенсе ай китте инде...
Артем Мазовтың машинаһын уның малайҙар менән юғалыуына ике тәүлек булды тигәндә тапҡайнылар. Баҡһаң, белгестәр уны тикшергән һәм тәү сиратта ҡан эҙҙәре эҙләгән икән. Был турала “Уфа1” баҫмаһы хәбәр итә.
"Машинаны бик ентекләп, арҡырыға ла, буйға ла тикшереп сыҡтылар. Тәү сиратта унда балаларҙың ҡанын эҙләнеләр. Ғаилә юғалғас, төрлө фараздар ҡаралғайны, шуларҙың береһе буйынса, Артемдың малайҙарҙы үлтереүе ихтимал, тип әйтелгәйне. Тик унда эҙҙәр табылманы", - тиелә баҫмала.
Шулай итеп, һаман билдәһеҙлек. Бәлки, боҙ китеп, йылғалар асылғас, берәй нәмә билдәле булыр. Төп фараз буйынса, Мазовтарҙың һыу төбөндә булыуы ихтимал шул...
Эҙләү дауам итә. Яҡшыға өмөтләнәйек!