Новости
6 Март 2020, 21:27

"24 йәштә ѳйләнә ала инем..."

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Мәскәү ҡалаһында фанаттары менән осрашыу мәлендә ниңә ѳйләнмәүенең сәбәбен белдергән.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин Мәскәү ҡалаһында фанаттары менән осрашыу мәлендә ниңә ѳйләнмәүенең сәбәбен белдергән.

"Ысынында, варианттар ҙа, мѳмкинлектәр ҙә бар ине, мәҫәлән, 24 йәштә. Тик мин һәр саҡ, артабан нисек булыр, тип уйландым. Фатирға түләп йәшәйемме? Ғаиләне лә ҡарарға, үҙеңә лә үҫергә кәрәк. Мин был мәлгә аяҡтаныҡлы баҫыуымды теләнем: фатир, йорт, машина, тотороҡло эш. Шул саҡта ғаилә ҡороуға әҙер буласаҡмын", - тип 30 йәшлек йырсы ғаилә ҡороуға яуаплы ҡарауы арҡаһында әле һаман буйҙаҡ йѳрѳүенең сәбәбен аңлатҡан.

Мәғлүм булыуынса, Элвин Грей тормош иптәшенең “һәйбәт”, “аңлаған” кеше булыуын теләй, уға ниндәй милләт кешеһе булыуы мѳһим түгел.
Фото: “Бәйләнештә”.
Рәмилә Мусина
Читайте нас