Яңауыл районында бер ҡатын 4 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул үткән йыл ире вахтала саҡта өйөнә һөйәркәһен саҡырған. Ҡунағын һыйлар өсөн ҡоймаҡ ҡоя башлаған. Шул мәлдә икәү ара талаш сыҡҡан, сөнки ир һөйгәнен хыянатта ғәйепләгән. Ҡыҙған ҡатын уның эсенән бысаҡ менән сәнскән. Күп ҡан юғалтыуҙан ир вафат булған.