Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары 28 ғинуарға тиклем был эш башҡарылмаған барлыҡ муниципалитеттарҙа, башлыса ауыл райондарында подрядсылар менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөргә тейеш. График республика Экология министрлығында раҫланған. Яҙ көнө республикала «RM: контейнер майҙансыҡтары» — ҡалдыҡтар йыйыуҙы һәм сығарыуҙы автоматлаштырылған күҙәтеү системаһы эшләй башлай. 2019 йылдың 20 декабренән муниципалитеттар майҙансыҡтарҙы инвентаризациялау эшенә тотондо. Әле 10 222 контейнер майҙансығы (60% тиерлек) һанлы формаға күсерелгән. Датчиктар контейнерҙарҙың тулыуын күҙәтергә, сүп-сар ташыусыларҙың маршрутттарын оптималләштерергә мөмкинлек бирә.
1 февралдән коммуналь техника водителдәре һынау режимында майҙансыҡтан ҡый сығарыу фактын фотоға төшөрә башлай. 1 марттан программа тулыһынса эшләргә тейеш. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу тураһында мәсьәләләр республика хөкүмәтендә төбәктәр менән кәңәшмәлә тикшерелде. Уны беренсе вице-премьер Андрей Назаров һәм вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үткәрҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.