Новости
15 Ғинуар 2020, 12:56

Арыҫлан, Асҡар, Әмир...

Республикалағы иң популяр исемдәр билдәле булды.

Республикалағы иң популяр исемдәр билдәле булды.
РБ Юстиция буйынса дәүләт комитеты 2019 йылда тыуған балаларға ҡушылған исемдәр буйынса рәсми мәғлүмәт бирҙе. Популяр исемдәр араһында Арыҫлан, Асҡар, Әмир, Таһир, Рамаҙан, Самир тигән мосолман исемдәре булыуы ҡыуаныслы. Ә ҡыҙ балалар өсөн Әминә, Самира, Камила, Мәҙинә исемдәрен йыш һайлайҙар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләр балаларының киләсәген уйламайынса Айтина, Ариэлла, Луна, Тарья, Виана, Инель, Лагерта кеүек исемдәр ҙә һайлай икән.
Фото: интернет
Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас