Новости
10 Ғинуар 2020, 20:15

Ғәйеплеләр билдәле

Рәсәй Тәфтиш комитетының Баш хәрби тәфтиш идаралығы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата көс ҡулланған хеҙмәттәштәренең исемен асыҡлаған. Был хаҡта "Ведомости" гәзите хәбәр итә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Баш хәрби тәфтиш идаралығы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата көс ҡулланған хеҙмәттәштәренең исемен асыҡлаған. Был хаҡта "Ведомости" гәзите хәбәр итә. Һалдатты мәсхәрәләүҙә ҡатнашҡан рядовой Рөстәм Мөхәтовҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шәмсетдиновтың эше буйынса зыян күреүсе тип тағы бер нисә кеше танылған. Әле тикшереү эше дауам итә.
Рәмил Шәмсетдинов хеҙмәттәштәренең ҡырағайҙарса мөнәсәбәте хаҡында һөйләгәйне. Уның һәм башҡаларҙың аҡсаһын тартып алғандар, ә бер офицер Рәмилгә йоҡларға форсат бирмәгән - ул ойоп киткән һайын торғоҙоп, плацҡа физик күнекмәләр яһарға ҡыуып сығарған. Хатта ҡайһы берҙә химик һаҡланыу костюмында шөғөлләнергә мәжбүр иткән.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Венер Исхаҡов
Читайте нас