Новости
10 Января 2020, 13:35

Башҡортостанда йәшәүселәр муниципалитеттарҙың эш һөҙөмтәлегеген баһалай ала

2020 йылдың 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр муниципалитеттарҙың, шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эшен баһалай ала.

2020 йылдың 31 декабренә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр муниципалитеттарҙың, шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эшен баһалай ала. Был турала республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Һорауҙарға «Голос Республики Башкортостан» порталында яуап бирергә була.
Унда порталда теркәлгән һәр кем ҡатнашырға мөмкин.
Халыҡтың фекере менән ҡыҙыҡһыныуҙың төп маҡсаты – урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, тип өҫтәнеләр хөкүмәттә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас