Полицияға малайҙың әсәһе мөрәжәғәт иткән һәм атаһы улын байрамдарға алып ҡайтыуын һәм бына нисә көн элемтәгә сыҡмауҙары тураһында әйткән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар был икәүҙе эҙләп тапҡан. Баҡтиһәң, ир кеше эсеп ятҡан, балаһында иһә бер эше булмаған. Бер нисә көн дауамында ас ултырған баланы әсәһенә тапшырғандар, атаһын иһә етди яза көтә.