Торатау
+21 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Новости
9 Ғинуар 2020, 15:38
Республика юлдарында 150 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды
Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды.
Башҡортостан юлдарында 2020 йылға планлаштырылған 609 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексының 150-һе ҡуйылды.
«Тәүге 150 комплекс Әбйәлил, Ауырғазы, Бөрө, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Илеш, Туймазы, Учалы, Шишмә, Яңауыл райондарында, шулай уҡ Нефтекамала һәм Ағиҙелдә эшләй. Уларҙың бөтәһе лә тиҙлек режимын боҙоуҙарҙы теркәй», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Ҡалған 459 комплексты бөтә ерҙә лә 2020 йылдың 1 майына тиклем файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
2017 йыл менән сағыштырғанда, ошо проект ярҙамында республикала юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү планлаштырыла. Бынан тыш, проект юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындарҙы ике тапҡырға кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Видеотеркәү комплекстары ҡуйылған урындарҙы
бында
табырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"