“Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы, Өфөлә 11, 12, 18 һәм 19 ғинуарҙа Яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса экологик акция үткәрелә.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағастарҙы 24 махсус ҡабул итеү пунктына тапшырырға мөмкин.
Милли проектҡа ярашлы ойошторолған акцияның маҡсаты–ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына граждандарҙың иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.
Былтыр ғинуарҙа Өфөлә үткәрелгән акцияла ике көн эсендә меңгә яҡын ағас йыйылған һәм ҡайтанан эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Үкенескә ҡаршы, ҡупшыҡайҙарҙың байрамдағы “хеҙмәте” ҡыҫҡа, әммә беҙ уны тағы ла оҙайта һәм файҙалы итә алабыҙ.