Новости
26 Декабрь 2019, 17:31

Башҡортостанда пассажир автобусы менән юл-транспорт ваҡиғаһында бер кеше йәрәхәтләнгән

26 декабрҙә Стәрлетамаҡта еңел автомобиль һәм пассажир автобусы ҡатнашлығында авария булған.

26 декабрҙә Стәрлетамаҡта еңел автомобиль һәм пассажир автобусы ҡатнашлығында авария булған.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «НефАЗ» менән «ВАЗ-2109» бәрелешкән. Илебеҙ автомобиле водителе дауаханаға оҙатылған. Бәхеткә, автобуста пассажирҙар булмаған. Ҡаланың дәүләт автоинспекторҙары юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ
Читайте нас