Новости
26 Декабря 2019, 07:15

26 декабрҙә Башҡортостанда термометр бағанаһының 0 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин

Бер нисә көн һалҡын торғандан һуң, Башҡортостанда бер аҙ йылыта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 декабрҙә, республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһының 0 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.

Бер нисә көн һалҡын торғандан һуң, Башҡортостанда бер аҙ йылыта. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 декабрҙә, республиканың ҡайһы бер райондарында термометр бағанаһының 0 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта республиканың күпселек биләмәһендә һауа температураһы -5,-12 градус була. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй.
Ләкин иртәгә, 27 декабрҙә, күпселек райондарҙа төндә һәм көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13, аяҙытҡанда -18,-23, көндөҙ -1,-6 градус була.
Ял көндәрендә төнгө һәм көндөҙгө температуралар әллә ни айырылмай, төндә -5,-10 һәм көндөҙ -2,-7 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото: Ксения Калинина.
Читайте нас