Новости
18 Декабрь 2019, 08:30

Тағы ла арта...

Ғинуарҙан Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә арта. Атап әйткәндә, алтынсы ҡатҡа тиклемге йорт хужалары бер квадрат метр өсөн – 6 һум 90, алтынсы ҡаттан юғары йәшәүселәр 7 һум 50 тин түләйәсәк.

Был турала республика Хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе. Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн иғәнә күләме 2014 йылдан алып үҙгәрмәгән. Быға тиклем республика халҡы йәшәгән өйҙәренең бейеклегенә ҡарап 5 һум 20 һәм 5 һум 80 тин түләп килде. Әммә ҡабул ителгән иғәнә күләме күҙалланған барлыҡ капиталь ремонтты ла финанслауға етмәй. Шуға ла түләүҙең яҡынса ике һумға арттырылыуы капиталь ремонт фондын йылына 963 миллион һумға тиклем еткерергә мөмкинлек бирә. Был йыл һайын 1 мең 400 самаһы йорт икенсе йәшлеген кисерәсәк тигән һүҙ.
Фото: интернет.
Читайте нас