Новости
18 Декабрь 2019, 13:27

Көслө ел, буран һәм ҡар: Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә ҡар, епшек ҡар, ел секундына 17-22 метрға тиклем көсәйгәндә буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы, боҙлауыҡ.

Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, һауа шарттарының боҙолоуы атмосфера фронтының күсеүе менән аңлатыла.
«19 декабрҙә көндөҙ һәм 20-һендә төндә күп итеп ҡар яуыуы көтөлә», — тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.
Ял көндәренә, синоптиктар фаразы буйынса, һауа торошо үҙгәрә һәм көндәр һалҡынайта.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас