Уҙған аҙнала республикала водителдәрҙең штрафтарын ваҡытында түләмәгән 125 осраҡ теркәлгән. Законды һанға һуҡмаусыларҙы асыҡлау маҡсатында Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы бара.
Бер үк ваҡытта төбәктә йәш быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд та иғлан ителде. Уның барышында инспекторҙар балаларҙы махсус креслола йөрөтмәгән водителдәрҙе туҡтата. Күп кенә водителдәр өсөн инспекторҙар менән осрашыуҙан башланды. Туҡтатыуҙың сәбәбе - штрафтарҙы тикшереү. Әйтергә кәрәк, юл ҡағиҙәһен боҙған ҡайһы берәүҙәр бурыстарын ваҡытында түләргә ашыҡмай. Ике ай эсендә штрафтарын түләмәгән был водителдәргә административ эш ҡуҙғатылған. Хәҙер уларға икеләтә штраф суммаһын ҡайтарыу йәки 15 тәүлеккә иркенән мәхрүм ителеү янай. Шулай уҡ 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеүҙәре лә ихтимал.
Инспекторҙар иҫкәртеүенсә, күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн штрафтарҙы ваҡытында түләргә кәрәк. Улай ғына ла түгел, бурысты 20 көн эсендә ҡайтарған осраҡта 50 процент ташлама яһала. Әммә бындай мөмкинлек административ кодекстағы барлыҡ статьяларға ла ҡағылмай.