Баланың кәүҙәһен иртән генә тапҡандар.
Илебеҙ төбәктәренең береһендә була был шаҡ ҡатырлыҡ хәл. 11 айлыҡ бала тәрәҙәне асып килеп төшкән. Был ваҡытта, ата-әсәһе йоҡлаған булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала тышта туңып үлгән. Уның кәүҙәһен ишектән бер нисә метр ситтәрәк иртән тапҡандар. Күп балалы был ғаилә иҫәптә тормаған, балалар тейешле тәрбиәләнгән. Был аяныслы ваҡиға буйынса тикшереү дауам итә.