Новости
5 Декабрь 2019, 20:04

“Улар ҡар кешеһен машина менән төкөткән...”

Бөрө ҡалаһы эргәһендә төшөрөлгән видеояҙма тирәләй интернетта ғына түгел, киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела ла шау-шыу ҡупты. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 2016 йылда өс ҡыҙ, бер егет машинала китеп барғанда сәйер затҡа юлыға.

Бөрө ҡалаһы эргәһендә төшөрөлгән видеояҙма тирәләй интернетта ғына түгел, киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела ла шау-шыу ҡупты. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 2016 йылда өс ҡыҙ, бер егет машинала китеп барғанда сәйер затҡа юлыға. Ул ҡәҙимге кешеләрҙән ҙур, ҡыланыштары ла айырыла. Машина артынан ҡыуып барған һынды шартлы рәүештә “ҡар кешеһе” тип атанылар. Был күренеште махсус тикшерергә килгән Мәскәү ғалимдары затты шүрәле, албаҫты тип тә йөрөтә.
Тарих фәндәре кандидаты, Гоминология халыҡ-ара үҙәгенең Мәскәүҙәге вәкиллек етәксеһе Игорь Бурцев хеҙмәттәше биология фәндәре докторы Андрей Строганов менән Бөрө һәм Учалы райондарын өйрәнделәр.
“Албаҫтыны осратҡан йәштәрҙең һүҙҙәре буйынса, улар был затты машиналары менән төкөй, шуға күрә ул видеояҙмала шулай асыулы.
Ҡыуаҡтан ҡапыл килеп сыҡҡан албаҫтыны төкөгәс, 200 метр үтеп өлгөрәләрме-юҡмы, йән эйәһе иҫенә килеп былар артынан ҡыуа төшә. Беҙҙә ҡайһы бер биологик матдәләр ҙә бар, уларға ДНК эшләйәсәкбеҙ” , – ти ғалимдар.
Фото: видеонан скриншот.
Айгөл Йәмилева

Читайте нас