2020 йылда тағы ла 459 камера алыу күҙаллана. Штрафтар төбәк бюджетына бара. Авариялар һаны кәмегән, үлеүселәр ҙә әҙәйгән. Был ыңғай динамика. Йыл башынан алып, ун айҙа ДТП-ла һәләк булыусылар һаны 18,2 процентҡа әҙерәк. Йәрәхәттәр алыусылар ҙа кәмей. Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиғалары 6,3 процентҡа әҙәйгән.