Новости
2 Декабрь 2019, 14:02

“Һеҙҙең баҡсағыҙҙа йәшенеп ятыуҙары ла ихтимал...”

Был сәйер ваҡиға барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырҙы, уйға һалды, юғалған балаларҙы йәлләп, өҙгөләнгән әсәне күҙ алдына килтереп, уларҙы яҡындан белмәгән кешеләрҙең дә борсолоуы билдәле.

Был сәйер ваҡиға барыбыҙҙы ла шаҡ ҡатырҙы, уйға һалды, юғалған балаларҙы йәлләп, өҙгөләнгән әсәне күҙ алдына килтереп, уларҙы яҡындан белмәгән кешеләрҙең дә борсолоуы билдәле.
Беҙҙә декабрь – һалҡын ҡыш айы. Көндәр тағы ла һыуытырға тора. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең белдереүенсә, һыуыҡтар башланыу менән эҙләү биләмәләре тарая төшкән. Биш йәшлек Слава һәм һигеҙ йәшлек Ильяны, уларҙы алып ҡасҡан аталары Артем Мазовты Калинин районындағы урман һыҙаттарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә эҙләү эше көсәйтелгән.
”Әгәр ҙә улар иҫән-һау булһа, бындай шарттарҙа оҙаҡ йәшенеп йөрөй алмаясаҡтар. Был тирәлә ташландыҡ өйҙәр, баҡсалар етерлек, әле бөтә көстө шундағы биләмәләрҙә эҙләү эшенә бирәбеҙ“, - ти хеҙмәткәрҙәр.
Көн һайын иртә менән егерме кешенән торған төркөм эҙләү эшенә тотона. Бер ғаиләнең яҙмышын асыҡлауға айҙан ашыу ваҡыт эсендә күпме кеше йәлеп ителде, күпме көс, күпме аҡса сарыф булды. Бөтә йәмәғәтселекте ҡуҙғытҡан аңлайышһыҙ ваҡиғаның имен-аман тиҙ арала тамамланыуын теләргә генә ҡала.
Фото:Ufa1.ru
Дина Арсланова

Читайте нас