Новости
29 Ноябрь 2019, 19:07

Багажникта – һыйыр түшкәһе...

Кисә кискә ҡарай Хәйбулла районының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Рафиҡ ауылы янында “ВАЗ-2111” автомобилен туҡтата. Хоҡуҡ һаҡсылары документтар тикшергән ваҡытта 39 йәшлек водителдең ныҡ тулҡынланғанын һиҙә.

Кисә кискә ҡарай Хәйбулла районының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Рафиҡ ауылы янында “ВАЗ-2111” автомобилен туҡтата. Хоҡуҡ һаҡсылары документтар тикшергән ваҡытта 39 йәшлек водителдең ныҡ тулҡынланғанын һиҙә.
Полицейскийҙар автомобилде тикшерә башлағас, багажникта һыйыр түшкәһенә тап була. Улар малдың ҡолаҡтары ҡырҡылғанына иғтибар итә. Ишетеп белһәгеҙ, номерлы бирканан ҡотолорға теләгәндәр, ғәҙәттә, шулай эшләй. Ә биркалар буйынса малдың хужаһын табырға була.
Әлбиттә, полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала тикшереү-оператив төркөмдө саҡыра. Аҙаҡ малдың хужаһы ла асыҡлана: 52 йәшлек Рафиҡ ауылы кешеһе һыйырын юғалтҡан була.
Тикшереү барышында автомобиль ултырғысы аҫтында биркалы ҡолаҡтар табыла.
Асыҡланыуынса, енәйәт ҡылыусы Хәйбулла районының Вәлит ауылынан 39 йәшлек ир булып сыға. Ул буш ваҡытында Урал аръяғы райондарында ҡарауһыҙ йөрөгән малдарҙы ҡулға эйәләштереп, берәмләп һуйған икән.
Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, мал буры һаҡ аҫтына алынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның башҡа шундай уҡ енәйәттәргә ҡатнашлығы барлығын тикшерә.

Фото: zen.yandex.ru
Самат Ғәлин

Читайте нас