Инде уларҙың иҫән булыуына өмөт бөттө тигәндә, журналистарға Мазовтар ғаиләһен йә тегендә, йә бында күрҙек тигән мәғлүмәттәр килә башланы.
“Улар океанариум буйлап йөрөй ине”, – тип хәбәр иткән Екатерина исемле ҡатын. Ул фотолағы ирҙе, тимәк, Артемды Севастополь ҡалаһында кисә, 26 ноябрҙә күргән. Ҡатын белдереүенсә, янында балалары булмаған, ир яңғыҙы йөрөгән.
Наталья исемле икенсе бер ҡатын уларҙы бер нисә аҙна элек күреүен белдерә.
– Фотолағы һүрәттәге кешеләргә оҡшаған ир менән ике баланы Владивосток – Совгавань поезында күрҙем. Ноябрь башы ине. Айырыуса бәләкәй бала ныҡ оҡшаған. Улар Владивостокта ине, белеүемсә, океанариумда йөрөгәндәр. Зинһар, был мәғлүмәтте тикшерегеҙ, – тип яҙа ул.
Әйткәндәй, алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, ғаиләне табышыуҙа ярҙам иткән кешегә полиция 500 мең һум аҡса вәғәҙә итә. Уларҙың ғәйеп булыуына кисә бер ай тулды. Шулай уҡ Артемдың банктағы иҫәбендә өс миллион һум аҡса ятыуы тураһында ла хәбәр иткәйнек.
Балаларын алып сығып китһә, ниңә банктағы аҡсаһын алманы икән, тигән һорау тыуа. Тағы аҡсаһы булдымы икән? Алдан әҙерләнеп ҡасҡанмы? Һорауҙар бик күп, яуаптар ғына юҡ.
Фото: Эльмира Мазованың сәхифәһенән.