Новости
26 Ноября 2019, 06:21

Ноябрь өсөн киләһе айҙа түләйәсәкбеҙ

Техник сәбәптәр менән капиталь ремонт өсөн ноябргә түләү ҡағыҙҙары дөрөҫ тултырылып ебәрелмәгән, тип хәбәр итә Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы.

Техник сәбәптәр менән капиталь ремонт өсөн ноябргә түләү ҡағыҙҙары дөрөҫ тултырылып ебәрелмәгән, тип хәбәр итә Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы.
“Иҫәпләп яҙыу/һеҙҙең йорт буйынса иғәнәләр йыйылған” тигән юлдарҙа 0 һум тип яҙылған. Киләһе айҙа квитанцияларҙа түләү өсөн тейешле хаҡ яҙыласаҡ.
Был һандарҙы үҙегеҙ йәшәгән күп фатирлы йорттар буйынса белергә теләһәгеҙ, “ҡыҙыу линия”ға 8-800-775-69-77 телефонына шылтыратып белә алаһығыҙ.

Фарида Мухамадуллина


Фото: интернет.


Читайте нас