Новости
26 Ноябрь 2019, 15:08

Башҡортостанда Луиза Хәйруллинаға һәм уның иренә һаҡ аҫтында ҡалыу ваҡытын оҙайттылар

Өфөнөң Орджоникидзе районы суды банктан 20 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнгән Луиза Хәйруллинаға аресты оҙайтты. Был хаҡта суд вәкиленә һылтанма менән «Интерфакс-Поволжье» хәбәр итә. Ул 2020 йылдың 29 ғинуарына тиклем тәфтиш изоляторында ултырырға тейеш.

Шулай уҡ уның ире Марат Хәйруллин да 2020 йылдың 27 ғинуарына ҡәҙәр өйҙә һаҡ аҫтында ҡалдырыла.
Луиза Хәйруллина – «Үҙләштереү һәм туҙҙырыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты. Уның ире енәйәт эшендә ҡатнашыусы булараҡ һаҡ аҫтында, шулай уҡ «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Фото: интернет.
Читайте нас